Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Йәмғиәт
5 Апрель 2021, 07:46

"Сода" Президент бүләге түгел, ә ҙур яуаплылыҡ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге бөгөнгө оператив кәңәшмәлә үткән аҙнаның мөһим ваҡиғаһы – Башҡортостанға “БСК”ның әйләнеп ҡайтыуы тураһында һөйләне.

Билдәле булыуынса, уҙған аҙнала, 31 мартта ил Президенты Владимир Путин республика милкенә “Башҡортостан сода компанияһы”ның 38,3 процент акцияларын һәм 11,7 проценты плюс бер акцияһын ышаныслы идара итеү өсөн тапшырырға тигән ҡарар ҡабул иткәйне. Шулай итеп республика предприятие өҫтөнән контроль алды һәм уның үҫеше менән шөғөлләнәсәк.
Радий Хәбиров быны Президент бүләге түгел, ә ҙур ышаныс һәм яуаплылыҡ билдәһе тип атаны.
– Был хәлдең иртәгәһенә үк мин “Сода”ға барып хеҙмәт коллективы менән осраштым. Шуныһы бар, ҡайһы бер кешеләр был ваҡиғаны дөрөҫ аңламай башлаған. Был Рәсәй Президенты бүләге түгел. Беҙ уны Владимир Владимировичтың беҙгә булған ҙур ышанысы һәм яуаплылыҡ тип баһаларға тейешбеҙ. Предприятиеның торошо өсөн беҙ яуаплы буласаҡбыҙ. Был йәһәттән етди эшләргә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе белдереүенсә, күптәр “Сода”ның проблемалары тураһында хәбәрҙар. Шул уҡ ваҡытта “БСК” Башҡортостандың ҙурлыҡ буйынса дүртенсе предприятиеһы. Шуға күрә был беҙҙең иҡтисадҡа артабан үҫешер өсөн яҡшы этәргес буласаҡ.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас