Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2020, 01:19

Был әсә дүрт балаһын рәнйетеүҙән туҡтармы?

Башҡортостанда маугли-балалар табылыуын дауам итә. Сираттағы ҡаралмаған, тәрбиә һәм иғтибар күрмәгән малайҙы Өфө ҡалаһының Вологодская урамында ирекмәндәр кисә, 19 июндә, тап иткән. Туғыҙ йәшлек бала аяғына резина итек кейгән һәм ныҡ сатанлаған.

Ә итеген сискәс, ҡот осҡос күренешкә юлыҡҡандар: малайҙың аяғы кире яҡҡа әйләнеп үҫкән.
"Асыҡланыуынса, был - һынған аяҡ эҙемтәһе. Малайҙы ошондай осраҡтан һуң бер кем дә дауаламаған. Һөҙөмтәлә аяғы шулай ҡыйыш килеш уңалған. Полиция саҡырттыҡ, тик улар баланы шунда уҡ әсәһенә бирҙе", – тип яҙа Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзаһы Эльза Мәүлимшина.
Уның фекеренсә, был урынға опека органдары вәкилдәрен саҡырырға кәрәк булған. Әсә кеше быға тиклем бер нисә тапҡыр балаһы менән насар мөнәсәбәт өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған.
“Уфа1” сайты хәбәр итеүенсә, ирекмән Алена Насирова малайға аяҡ кейеме, аҙыҡ-түлек, кейем алып биргән. Тик бала уларҙы алмаған. “Алһам, әсәйем әрләй, ә ағайым таяҡ менән туҡмаясаҡ”, - тигән ул.
Был ваҡиға буйынса республикала балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатоваға хәбәр ителде.
Һәм бына бөгөн был хәлдең дауамы билдәле булды. Милана Скоробогатова хәбәр итеүенсә, малайҙы дауалауға ебәрәсәктәр.
"Тикшереү үтте, хәл полиция һәм опека органдары контролендә. Ғаилә менән иҫкәртеү системаһы белгестәре эшләй. Баланы планлы дауалау башланды", – тигән ул.
Әйткәндәй, был ғаиләлә дүрт бала үҫә, тиҙәр. Әсәһе күп тапҡыр балаларын мыҫҡыллаған, рәнйеткән өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған...
Фото: "Уфа1".
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: