Даланлы ҡатын “Столото” лотереяһының рекламаһын социаль селтәрҙә күреп ҡалған, мобиль ҡушымта ҡуйған һәм бер нисә билет һатып алған.
– Ғәҙәттә, мин телефондағы смс-хәбәрҙәрҙе уҡымайым, әммә отош тураһындағы яҙмаға шунда уҡ иғтибар иттем. Бүләкте шәхси кабинетта күргәс, хатта бер аҙ юғалып ҡалдым. Ҡалтыраған ҡулдар менән иремә шылтырата һалдым, еңеү хаҡында хәбәр иттем. Спорттың экстремаль төрҙәре менән шөғөлләнгән кешеләр генә ошондай тойғолар кисерәлер ул, – ти Регина.
Ҡатын бүләкте аҡсалата алыуҙы хуп күргән. Уның бер өлөшөн хәйриә маҡсатында тотонған һәм ата-әсәһе күптән хыялланған ремонтҡа биргән. Бына шундай яҡшы күңелле һәм даланлы кешеләр бар арабыҙҙа.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева