Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Апрель 2020, 16:30

Халыҡ дружиналары аңлатыу эше алып бара

Әлеге ваҡытта һәр ауыл биләмәһендә ирекле халыҡ дружиналары эшләй. Улар ауыл урамдарында полиция хеҙмәткәрҙәренә коронавирус менән бәйле карантин сараларының үтәлешен тикшереүҙә ярҙам итә. Яубүләк ауыл биләмәһе дружинниктары ла был йәһәттән әүҙем эшләй.

Яубүләк ауыл биләмәһе буйынса ирекле халыҡ дружинаһы составында барлығы 24 кеше тора. Шуларҙың алтыһы — Фидания Шәйхетдинова, Эльза Йосопова, Рәйсә Сәләхетдинова, Фларис Шәйнуров, Әдисә Ғилмийәрова, Лилиә Сәмиғуллина Солтанай ауылында урамдарҙа карантин саралары үтәлешен тикшерә, уны сәбәпһеҙ боҙоусылар менән аңлатыу эштәре алып бара, ололарға, ярҙам итеүселәре булмағандарға төрлө кәрәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек килтереп бирә.
  • Эшебеҙҙең маҡсатын яҡшы беләбеҙ, хоҡуҡтарыбыҙ һәм бурыстарыбыҙ билдәләнгән. Һәр көн график буйынса көндөҙ берәмләп,ә кисен һигеҙҙән 11 сәғәткә тиклем икешәрләп-өсөрләп урамдар буйлап йөрөп сығабыҙ. Кемдәр бер сәбәпһеҙ йөрөй, йәки һаҡланыу саралары кеймәгән — уларға иҫкәртеү яһайбыҙ, аңлатабыҙ. Бигерәк тә оло йәштәгеләргә, балаларға комендант сәғәте тураһында һөйләйбеҙ. Һәр береһенә был ҡурҡыныс вирустың йоғоу юлдарын, билдәләрен, эҙемтәһен аңлатабыҙ. Баштараҡ халыҡ бик иҫәпкә алмай ине, хәҙер хәүефтең ысынлап янауын аңлайҙар, өйҙә ултыралар. Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә килеп, һәр урамда йөрөп иҫкәртеп китә. Беҙ башҡарған эшебеҙ тураһында көн дә ауыл биләмәһенә еткереп торабыҙ, карантин сараларын үтәмәгән ҡайһы берәүҙәр менән улар ҙа һөйләшеү алып бара. Шуны ла әйтеп үтке килә, ирекмәндәр булараҡ, оло йәштәгеләргә, ярҙамсылары булмағандарға Асҡындан да, ауыл магазинынан да аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре, дарыуҙар ҡайтарып бирәбеҙ, — тип һөйләне үҙенең бурыстарына яуаплы ҡараусы халыҡ дружинаһы ағзаһы Фидания Шәйхетдинова.
  • Илһөйәр Махатова.
    Читайте нас: