Йәмғиәт
30 Января 2020, 07:01

Өфөлә Ғабдулла Туҡай исемендәге майҙан барлыҡҡа килеүе ихтимал

Өфөлә Ғабдулла Туҡай исемендәге майҙан барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ҡала Советы депутаттары президиум ултырышында ошо мәсьәләне ҡараны.

Шағирға һәйкәл ҡуйылған Өфө «Нур» татар дәүләт театры янындағы майҙанға Ғабдулла Туҡайҙың исемен бирергә тәҡдим ителә.
Был мәсьәлә эш комиссияһы ултырышының көн тәртибенә индерелә.
Проекттар буйынса аҙаҡҡы ҡарарҙар 2020 йылдың 12 февралендәге ултырышта ҡабул ителергә тейеш.
/«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Читайте нас