2020 һәм 2021 йылдарҙа Рәсәйҙең Юғары белем һәм фән министрлығы кәмендә ун үҙәк асырға ниәтләй. Һайлап алыу конкурсы быйыл беренсе кварталда иғлан ителәсәк.
Башҡортостанда бәйгелә ҡатнашыу өсөн дүрт йүнәлеште үҙ эсенә алған эшмәкәрлек программаһы әҙерләнә. Улар иҫәбендә – кеше һаулығы һәм биологик нигеҙҙәге тотороҡло ҡарарҙар, инклюзив технологиялар, энергетика һәм мобиль сервистар, һанлы һәм “йәшел” химия, алдынғы етештереү технологиялары, дизайн-инжиниринг, хәүефһеҙлек.