Йәнтөйәк
+25 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Декабрь 2019, 18:16

Аҡҡоштар ҙа яңғыҙ була икән...

Бынан бер нисә көн элек Инорс биҫтәһендә йәшәгән халыҡ Йылы күлендә яңғыҙ йөҙгән аҡҡошто күреп аптырай. Ҡайҙа һуң уның пары? Баҡтиһәң, аҡҡоштоң ҡанаты йәрәхәтләнгән.

Нисек уға ярҙам ҡулы һуҙырға? Ҡош кешеләрҙе ятһына, эргәһенә яҡын ебәрмәй. Уны дауалау өсөн ветеринарҙарға тапшырмаҡсы булалар. Бөгөн Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, аҡҡошто ҡотҡарғандар.
- Беҙ яңғыҙ аҡҡошто тәүҙә “Ожмах яры”нан килгән икән тип уйланыҡ, уларҙа ла ике аҡҡош бар. Ят ҡунаҡ бер аҙ беҙҙән тартынһа ла, аҙаҡ ашау өсөн яҡынлаша башланы, - ти шаһиттар.
Ҡотҡарыусылар ҡошто ярға алып сығып, ирекмәндәр ҡулына тапшырҙы. Социаль селтәрҙә уларға ҡарата рәхмәт һүҙҙәре әйтелгән.
Фото: Ufa1.ru
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: