Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Ноябрь 2019, 16:20

Хәрби антына тоғро

Бөгөн Бөтә Рәсәй хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө билдәләнелә. Тулыраҡ түбәндәге һылтанма буйынса инеп уҡый алаһығыҙ:

Ватанды һаҡлау – ысын мәғәнәһендә ир-аттар эше, ауыр эш. Әммә ул кешене, уның ихтыяр көсөн сыныҡтыра, тормошта ярҙам итәсәк яңы һыҙаттарға эйә булырға мөмкинлек бирә. Быға тиклем асҡындар ил алдындағы бурыстарын лайыҡлы үтәп килде. Районыбыҙҙан биш Советтар Союзы Геройы сығыуы ла ҙур ғорурлыҡ булып тора. Бөгөн дә егеттәребеҙ тыуған ил алдындағы хәрби бурыстарын намыҫ менән үтәй.
Асҡын ауылы егете Илүс Ғилфанов та бөгөн Рәсәй Ҡораллы көстәре сафтарында хеҙмәт итә. Райондашыбыҙ хәрби хеҙмәткә Мәскәү өлкәһенә айырым билдәләнеш эске ғәскәрҙәр часына эләгә. Күптән түгел Илүс Ғилфановҡа Кутузов орденлы, Ҡыҙыл байраҡлы “Витязь” махсус билдәләнеш үҙәге начальнигы “Вазифа бурыстарын үтәгәндә һәм хәрби әҙерлектә юғары күрһәткестәргә ирешкән өсөн” Маҡтау грамотаһын тапшырған. Ошо уңайҙан Илүсте һәм яҡындарын ҡотлайбыҙ. Райондашыбыҙға иҫән-имен хеҙмәт итеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Теманы дауам итеп...
Рәсәйҙә көҙгө хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы 1 октябрҙән башланды. Бөтәһе 132 мең кеше илебеҙҙең Ҡораллы Көстәренә алынасаҡ. Башҡортостандан 5 меңгә яҡын кеше әрме сафтарын тулыландырасаҡ.
Уҡытыусы булып эшләгән егеттәргә көҙгө саҡырылышта повестка ебәрелмәй. Улар 1 майҙан 15 июлгә тиклем саҡыртыла. Көҙгө уңышты йыйыу менән мәшғүл булғандар 15 октябрҙән генә хәрби хеҙмәткә алына.

Быйылдан башлап әрменән кисектереү алыу хоҡуғы бирелгәндәр, хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһына ғариза яҙып, был мөмкинлек менән файҙаланыуҙан баш тарта ала. Ғаиләһендә кисектергеһеҙ хәлдәр килеп сыҡҡанда, хеҙмәт итеү ваҡыты тулмағандар ҙа аҙ ғына иртәрәк ҡайтасаҡ.
Читайте нас: