Йәнтөйәк
+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2019, 18:35

Кәбеҫтә баҡсаһына ингән кәзә ише...

Шишмә районында әсәле-ҡыҙлы икәү полицияға мөрәжәғәт иткән. Улар йорттарынан кеҫә телефоны һәм биҙәүес юғалғанын хәбәр иткән.

Был хәлде ҡәҙимге уғрылыҡ осрағы тиер инең, ошо ваҡиға ваҡытында хужаларҙың өйҙә булыуы, үҙҙәренең алабарманлығы арҡаһында енәйәтсе ҡорбанына әүерелеүен билдәләргә кәрәк. Баҡһаң, ҡатыны менән ҡыҙы йоҡлап ятҡан саҡта йорт хужаһы иртән тороп эшкә киткән. Әммә фатир ишегендә асыҡысын онотҡан. Енәйәтсе иһә, кәбеҫтә баҡсаһына ингән кәзә ише, был уңайлы хәл менән файҙаланған: фатирға инеп, йоҡлап ятҡан ҡыҙ эргәһенән телефонын һәм биҙәүесен алып сығып киткән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала 27 йәшлек бурҙы тотҡан. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, әйберҙәр хужаһына ҡайтарылған.
Нисек уйлайһығыҙ: ишекте бикләргә онотҡан ирме, ҡаты йоҡлаған гүзәл заттармы, әллә ҡыйыш ятҡандың эргәһенән буш үтә алмаған уғры нығыраҡ ғәйеплеме?
Фото: sitv.ru
Автор: Гузалия Балтабаева
Читайте нас: