Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Октябрь 2019, 13:59

Киске авария 22 йәшлек егеттең ғүмерен өҙҙө...

Кисә кис Өфөлә үлемесле авария теркәлде. Ҡулса һәм Тыныслыҡ урамы киҫелешендә "Лада Гранта" менән "Форд Фьюжн" автомобилдәре бәрелешә.

Бәрелеш шул тиклем көслө була, хатта машиналарҙың береһе яндағы йорт стенаһына барып төкөй.


ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, авария һөҙөмтәһендә сит ил машинаһының 22 йәшлек пассажиры урында һәләк була. Шулай уҡ ике машинаның да водителе һәм "Форд"тың ике пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.


Әле урында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: