Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 12:46

Өфөлә ер убылған

13 октябрҙә Рабкоров урамының 4-се йорто янында Граждандарҙы яҡлау идаралығы ҡотҡарыусылары ер япмаһының убылыуын теркәгән.

Ғәҙәттә, водителдәр машинаһын шул ергә ҡуя торған булған, бәхеткә, был мәлдә нисектер бер автомобиль дә булмаған. Урынға ҡала хеҙмәттәре вәкилдәре, “Өфө һыу каналы”ның авария бригадаһы һәм ҡотҡарыусылар килгән.


“Хәүефле урын кәртәләнде һәм авария-тергеҙеү эштәре ойошторолдо. Аҙаҡ соҡор күмеләсәк”, – тип хәбәр иттеләр идаралыҡтан.


Убылған ерҙе күмеп, асфальт түшәп ҡуйыуҙы 14 октябрҙә тамамлаясаҡтар.

Автор: Ә. ҒИЗӘТУЛЛИНА.

Читайте нас: