Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Октябрь 2019, 13:30

Ҡалған ун каналды ҡайҙан табырға?

Асҡын ауылында йәшәүсе Рәйеф ағай Мәсәғүтов ошо һорау менән редакциябыҙға мөрәжәғәт итте.

Бөгөндән, 14 октябрҙән, федераль телеканалдар программалары Башҡортостанда аналог форматта күрһәтмәй. Күптәр был яңылыҡҡа алдан әҙерләнде, шуға ла был процедура зыянһыҙ ғына үтеп китте, ә кемгәлер һанлы телевидениены яйлау өсөн ярҙам кәрәк. Редакциябыҙға ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең береһе Асҡын ауылында йәшәүсе Рәйеф ағай Мәсәғүтов.

— Телевизор яңыраҡ алғайным, шуға бер ниндәй ҙә приставка алырға кәрәкмәй. Шулай ҙа бөгөн телевизорҙы асһам, унда вәғәҙә иткән 20 канал урынына унау ғына. Ҡалған ун каналды нисек табырға? — тигән һорау менән Рәйеф ағай мөрәжәғәт итте.

— Һанлы телевидениеға күсеү йәки һанлы сигнал тотоу режимына күсерелмәгән яңы телевизорҙарҙы көйләү буйынса һорауҙары булғандар 88003470055 телефоны буйынса “ҡайнар линияға” шылтыратып яҙылырға тейеш. Артабан беҙҙең ирекмәндәр яҙылған адрес буйынса барып, мәсьәләне урында хәл итә, — тине Алина Ғәлимова.
Читайте нас: