Өҫтәүенә был кеше тағы торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр, кредит, ЮХХДИ-ға штрафтарҙы ла түләмәгән. Ул атаһының йортонда йәшәгән, уның машинаһын йөрөткән. Шуныһы ғәжәп: үҙе бер ҡайҙа ла эшләмәгән.
Был хәлгә аптыраған атаһы улының бар бурысын ҡаплар өсөн катерын һатҡан. Шулай итеп, ул балаһының 600 мең һумлыҡ бурысын ҡаплаған һәм уны рәсми эшкә урынлаштырған. Хәҙер алимент аҡсаһы ошо хеҙмәт урыны буйынса тотоп алып ҡалынасаҡ.