Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Сентябрь 2019, 16:18

Экстрасенстар Шишмәгә ниңә килгән?

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылына экстрасенстарҙың йыйылыуы бер аҙ ғәжәберәк тойолдо.

Улар бында дөрөҫлөк өсөн көрәшергә килгән,тиҙәр.

Бынан бер йыл элек сентябрь айында билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында һәләк булған 17 йәшлек үҫмерҙең үлем осрағын тикшереү маҡсаты уларҙы Башҡортостанға килтергән. Айҙарҙың ата-әсәһе улдарының үҙенә ҡул һалыу версияһы менән килешмәй. Шуға күрә улар экстрасенстарҙы саҡырған да. Әлбиттә, ата-әсә бер кемгә лә ғәйеп ташларға йыйынмай, уларҙың дөрөҫлөктө белергә тырышыуы тәбиғи. Телевидение тапшырыуын төшөрөү барышында экстрасенстар ата-әсәнең фекере менән тулыһынса килешкән.

Улар үҫмер йәшәгән йортто ғына түгел, ул һуңғы һулыш алған мунсаны ла ентекләп ҡараған, ауыл буйлап үткән. Уларҙың һығымтаһы хоҡуҡ һаҡлау органдары фекеренә йоғонто яһармы, әлегә билдәһеҙ.


Автор: Д.Ғәбдрәхимова.
Читайте нас: