Туймазы районы хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов был төбәктә йыл башынан 60 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеүен, уларҙа 27 кеше һәләк булыуын хәбәр итте. Күпселек авариялар Бәләбәй – Николаевка – Туймазы – Баҡалы юлында һәм М5 “Урал” трассаһында булған.
Хәүефһеҙлекте көсәйтеү маҡсатында бында юл япмаһын яҡшырталар, юл билдәләре һәм светофорҙар ҡуйыла, тамғалар һыҙыла, фото-, видеотеркәү һәм яҡтыртыу системалары ремонтлана. 2020 йылға саҡлы район үҙәгендә өҫтәмә рәүештә 10 камера эленәсәк. Дәүләт автоинспекторҙары һанын арттырыу мөмкинлеген эҙләү бара.
Анализ күрһәтеүенсә, күрелгән саралар көткән һөҙөмтәне бирә. Республика етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, 2 сентябргә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, республикалағы юл-транспорт ваҡиғаларында һәләк булғандар һаны былтырғы менән сағыштырғанда 13,9 процентҡа кәмегән.