Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 18:14

Хирург... фото аша дауалаған

Ҡырмыҫҡалы район поликлиникаһында эшләүсе бер хирург, 84 йәшлек әбейгә... фотоһына ҡарап дауалау тәғәйенләгән.

Май айында оло пациенттың аяғына ҡатмарлы операция яһайҙар, тик яраһы тиҙ уңалмай. Шуға ла туғандары уны дауаханаға алып барырға ҡурҡа, юлда берәй хәл килеп тыумаһын, тип борсола улар.


Операция яһағандан һуң, оло әбейҙең хәлен белешергә тип, участка терапевты килеп йөрөй, яраларын тикшерә. Дауаханаға ошо терапевт операциянан һуң фотоға төшөрөп алынған яраларҙы хирургҡа ебәрә лә инде, ә тегенеһе иһә ситтән тороп... әбейҙе дауалай башлай.


Әбейҙең туғандары был хәлде аңлап ҡабул иткәндәр, районға бер генә хирург булыуын да билдәләп, ауыл буйлап йөрөргә ваҡыты юҡ, тип хирург менән килешкәндәр. Улар фекеренсә, фото аша дауалау оло кешегә ярҙам иткән, әбей үҙен яҡшы тоя.


Фото:gops.ru.net

Автор: Самат ҒӘЛИН


Читайте нас: