Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2019, 18:55

Хәлдәрең нисек, Луиза?

Әллә ҡасан Луиза тураһында яңылыҡ ишеткән юҡ. Нисек йәшәп ята икән бар илгә билдәлелек яулаған кассирыбыҙ?

Бөгөн баш ҡаланың Орджоникидзе районы суды уның ҡулға алыныу ваҡытын йәнә оҙайтты. Быға тиклем уны 2 сентябргә тиклем тәфтиш изоляторына ултыртҡайнылар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Луиза Хәйруллина май аҙағында үҙе эшләгән “Россельхозбанк”тан 25 миллион һум аҡса урланы һәм ғаиләһе менән ғәйеп булды. Уларҙы бер айҙан ашыу эҙләгәндән һуң күрше Ҡазан ҡалаһында таптылар. Әле Луиза төрмәлә, уның ире Марат өйҙә арест аҫтында.


Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Фото: “Вести Башҡортостан”
Читайте нас: