Йәнтөйәк
-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2019, 13:39

Их, өҙә баҫа Радий Фәрит улы!

Кисә баш ҡалабыҙҙа матур сара – “Минең яратҡан ҡалам” фестивале үтте. Уны Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та барып ҡараны. Тәүге тапҡыр үткән фестиваль ғаилә байрамы форматында ойошторолдо.

Бер көнгә Ленин урамы йәйәүлегә әйләнде. Унда көн дауамында төрлө майҙансыҡтар эшләне. Сәхнәләрҙә “Музыкаль Өфө”, “Театраль Өфө”, “Моделле Өфө” һәм “Телевизион Өфө” зоналары эшләне. “Ете ҡыҙ” фонтаны алдында “Этнозона” ойошторолдо. Бында милли тирмәләр урынлаштырылды, төрлө кәсептәргә өйрәтеү өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. “Галереялы Өфө” майҙанында илдә үткән Театр йылына арналған фотокүргәҙмә ҡуйылды. Рәссамдар урында уҡ тиҙ генә портрет төшөрөп бирҙе. Шулай уҡ “Йәштәр Өфөһө”, “Спорт һөйөүсән Өфө”, “Автомобилле Өфө”, “Мәғарифлы Өфө”, “Сәскәле Өфө”, “Сувенирлы Өфө”, “Баллы Өфө” һәм башҡа майҙансыҡтарҙа ла үтә ҡыҙыҡлы һәм киң программа әҙерләнгән ине.


Төбәк етәксеһе фестиваль майҙансыҡтарын ҡарап сыҡты, уларҙың төрлөлөгөн һәм һөнәрмәндәр менән артистарҙың оҫталығын юғары баһаланы. “Минең яратҡан ҡалам” баш ҡала халҡының күңелен асыу өсөн генә түгел, ә туризмды, ҡала һәм республика абруйын үҫтерерлек мөһим сараға әйләнәсәк.


“Ҡунаҡһарай” сауҙа комплексы алдындағы майҙансыҡта Радий Хәбиров ҡала ресторандарының “Есть!” тип аталған фестивален ҡараны. Баш ҡаланың иң яҡшы ресторандары, кафе һәм ҡәһүәханалары махсус павильондарҙа әҙерләп, үҙҙәренең иң тәмле һәм билдәле аҙыҡтарын тәҡдим итте.


Фото: Олег Яровиков.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА

Читайте нас: