Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2019, 16:31

Ергә бер юлы ике ҙур астероид осоп килә

Уларҙың планетабыҙ өсөн зыяны бармы?

Юҡ. Был астероидтар Ергә 14 сентябрҙә яҡынлашасаҡ. 2000QW7 исемлеһенең ҙурлығы 290-дан 650 метрға тиклем. Был Останкин телебашняһынан бейегерәк (540 метр) тигән һүҙ. НАСА Америка агентлығы белгестәре белдереүенсә, ул Ергә 5,3 миллион километр яҡынлыҡтан осоп үтәсәк.

Ошо уҡ көндө Ергә тағы бер 2010СО1 исемле астероид та яҡынлаясаҡ. Уныһының ҙурлығы 120-нән 260 метрға тиклем.


Әйткәндәй, бөгөн, 28 августа миллион километр яҡынлыҡтан 2019ОU1 астероиды үтеп китәсәк.

Әйҙә килеп торһондар, үтеп торһондар. Тик Еребеҙгә генә бәрелә күрмәһендәр инде.



Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.
Читайте нас: