Йәнтөйәк
-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2019, 12:18

Эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәрҙең алкоголь ҡулланыу-ҡулланмауын тикшерә башлауы ихтимал

Эш биреүселәр предприятие һәм учреждение хеҙмәткәрҙәренең алкоголь ҡулланыу-ҡулланмауын тикшерә башлауы ихтимал. Был хаҡта бөгөн «Известия» хәбәр итте.

Бындай тәҡдим менән «Эшләүселәрҙең сәләмәтлеген нығытыу» программаһы сиктәрендә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сығыш яһаны. Ведомство шул рәүешле производствола бәхетһеҙ осраҡтар һанын кәметергә мөмкин тип иҫәпләй.


Тест үткәреү өсөн алкотестер файҙаланылыр, моғайын.


Бынан тыш, программа спиртлы эсемлекһеҙ корпоративтар ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Төп маҡсат — алкоголдең байрамдың төп өлөшө булмауын күрһәтеү.


17 августа ла Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эш биреүселәргә штрафтар һәм дәртләндереү системаһы ярҙамында эштә тәмәке тартыу менән көрәшергә кәңәш бирҙе.

Читайте нас: