Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2019, 02:05

Һауаны кем боҙа?

Рәсәйҙә климаттың үҙгәреүенә АҠШ-тың ҡыҫылышы бармы? ”Фобос” һауа үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Евгений Тишковец әйтеүенсә, был ҡараш дөрөҫ түгел, тәбиғәттең ҡырыҫланыуы АҠШ яғынан климат һөжүменә бәйләнмәгән. Был хаҡта ул «Говорит Москва» радиостанцияһы эфирында һөйләне.

Был хаҡта ул «Говорит Москва» радиостанцияһы эфирында һөйләне.

“Беренсенән, был - туҙға яҙмаған нәмә, икенсенән, иң һалҡын йәй Мәскәүҙә 1884 йылда булды. Был саҡта климат ҡоралы ла, технологиялар ҙа юҡ ине. Өсөнсөнән, был – Арктика һәм экватор араһындағы сикте боҙоусы глобаль йылылыҡ”, - тине ул.

Тишковец әйтеүенсә, климат ҡоралы эшләү буйынса Рәсәй элек лидерлыҡты тотҡан. Бындай технологияларға бер нисә генә дәүләт эйә.
Читайте нас: