«Килтерелгән зыянды аңлау һәм баһалау буйынса эште аҙағына тиклем еткерергә кәрәк. Компания етәкселеге беҙҙең менән асыҡ эш итә һәм беҙҙе ишетә. Әлбиттә, законлы процедуралар сиктәрендә улар килтерелгән зыянды ҡапларға тейеш», — тине ул.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, әлеге ваҡытта Иҙәк йылғаһында экологик хәл яйға һалына.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 26 июлдә халыҡтан Иҙәк йылғаһында балыҡтарҙың ҡырылыуы һәм һыуҙың болғансыҡҡа әйләнеүе тураһында хәбәр килде. Күҙәтеү органдары бысраныу сығанағының Ҡамышлы йылғаһының Иҙәк йылғаһына ҡойған урынында булыуын асыҡланы. Һыу өлгөләре балыҡтар үлгән һыуҙа кислородтың ныҡ кәмегәнен күрһәтте. Был йылғаға химик компоненттар эләккән тип уйларға ерлек бирҙе. Бысраныуға «Полиэф» заводының ике канализация ҡоҙоғо сәбәпсе. Хәҙер «Полиэф» ошо осраҡ буйынса эске тикшереү үткәрә, Башҡортостандың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы ла тикшереү алып бара.
Бөгөн Иҙәк һәм Өфө йылғаларында һыу күрһәткестәре норматив күрһәткестәргә тулыһынса тап килә. Белгестәр әйтеүенсә, эсәр һыуға бысраныу хәүефе янамай. Шуға ҡарамаҫтан, был хәлде контролдә тотоу дауам итә.