«Объектты төҙөү бер нисә айға алдараҡ тамамланған. Дәүләт контрактына ярашлы, балалар баҡсаһы буйынса төҙөлөш эштәре быйыл ноябрҙә генә тамамланырға тейеш ине», — тип хәбәр иттеләр республика Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.