Республика көнөн районыбыҙ ҙур уңыштар менән ҡаршы ала. Асҡын ауылында байрам алдынан ғына “Ғаилә” паркы, “Юбилей” стадионы асылды. Үткән йыл Асҡындың 2-се, ә быйыл мин уҡыған 1-се урта мәктәбенә капиталь ремонт эшләнде.
Беҙ быйыл яңы һулыш алған мәктәбебеҙҙә уҡый башалныҡ. Инде октябрь айы барһа ла, мин йәйге каникулымдың матур тәьҫораттарын әле лә хәтеремдә һаҡлайым.
Һәр йәй көнө мин Шишмә-Үрәкәй ауылында йәшәүсе өләсәйем менән олатайыма ҡунаҡҡа барам. Быйыл да каникулым нәҡ шулай башланды. Иң тәүҙә беҙ ғаиләбеҙ менән был ауылдың һабантуйында матур итеп ял иттек. Унан атайым уларға өй эсенә бәҙрәф, душ бүлмәһе эшләне. Мин дә ярҙам иттем. Артабан Өфөнән балалары менән ике туған ағайымдар ҡайтты. Алина, Юлиә менән ныҡ ҡыҙыҡ булды. Атайымдан һорап, мин улар менән баш ҡалабыҙға киттем. Өфөнөң бик күп матур ерҙәрен күрһәттеләр. Аквапаркка, күҙәтеү куласаһына, төрлө аттракциондарға алып барҙылар. Көндәр бына шулай һиҙелмәй ҙә үтеп китеп, Асҡынға ҡайттым.
Бында ла күңелле ваҡиғалар булып ҡына торҙо. Ике туған һеңлемдең туған көнө ныҡ иҫтә ҡалды. Унан миңә мотоцикл алдылар. Мәктәп баҡсаһында класташтарым менән йәйге практикамды үтәнем.
Бына шулай үтте минең каникулым. Әлбиттә, мин өйҙә булғанда ата-әсәйемә көн дә ярҙам иттем: туғандарымды ҡараным, баҡса утаным, һыу һиптем.
Каникул яҡшы булһа ла, мәктәбемде лә, дуҫтарымды ла бик һағынғанмын икән.
Данияр Сәлимгәрәев,
Асҡын 1-се урта мәктәбенең 7-се в класс уҡыусыһы.