Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
3 Октябрь 2023, 18:30

Асҡын ере тағы бер яугир егет менән хушлашты...

Айдар Хафизов  Кәмәшиҙе ауылында татыу, берҙәм, күп балалы  ғаиләлә үҫкән киң күңелле, алсаҡ, асыҡ йөҙлө, ярҙамсыл, батыр егет ине...  

Асҡын ере тағы бер  яугир егет менән хушлашты...
Асҡын ере тағы бер яугир егет менән хушлашты...

Ҡаһарман яҡташыбыҙҙы һуң юлға оҙатыуға арналған матәм сараһында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Кашшаф Сәйфит улы Ямалетдинов, Асҡын  районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов, Дим районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фаяз Ғаяз улы Мөкминов, Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Лилиә Салауат ҡыҙы Ғиләжева, Айдарҙың тәүге уҡытыусыһы Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Миңлеғәлиева ҡатнашып, сығыш яһаны.  Улар һалдаттың ата-әсәһенең,  яҡындары һәм туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашты, Айдар тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште. Шулай уҡ сарала район үҙәк мәсетенең имам-хатибы Рөстәм Ғәйзуллин етәкселегендә районыбыҙҙың дин әһелдәре, Айдар Әнғәм улының уҡытыусылары, дуҫтары, класташтары һәм район халҡы ҡатнашты.

Матәм сараһын Асҡын һәм Ҡариҙел райондары хәрби комиссары Александр Викторович Аксенов алып барҙы.

 Айдар Әнғәм улы Хафизов   1989 йылдың 7 ғинуарында Кәмәшиҙе ауылында  тыуа.  1996 йылда Сураш мәктәбенә 1се класҡа уҡырға бара.  2006 йылда Солтанбәк урта мәктәбен тамамлай.  Артабан Өфөлә  урман техник техникумында белем ала. Уҡыу йылдарында спорт  сараларында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.

2009-2010 йылдарҙа Рәсәй  Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 2010 йылдан Өфөлә “Медстальконструкция” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. 2022 йылдың 20 июлендә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алына.

Ул Тыуған илебеҙҙе нацизмдан яҡлап, Ватаныбыҙ именлеге һәм беҙҙең тыныс, бәхетле тормош хаҡына үҙенең хәрби бурысын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,   22 сентябрҙә   батырҙарса һәләк була.

Кем генә сығыш яһаһа ла, Айдар Әнғәм улының асыҡ сырайлы, һәр кемгә ихтирамлы, һәр саҡ шат, тормошто яратҡан егет булыуын билдәләне. 

Туғандары исеменән Айдарҙың бер туған ағаһы Илдус Әнғәм улына һүҙ бирелде. Ул  34 йәшлек ҡустыһының  татыу, берҙәм ғаиләлә үҫкән киң күңелле, алсаҡ, асыҡ йөҙлө, шул тиклем  ярҙамсыл, батыр егет булыуын билдәләне. Ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашырға килеүселәргә рәхмәт белдерҙе  Илдус Әнғәм улы. Әйткәндәй, район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы менән бергә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам илтеүҙә лә Илдус  Хафизов бер нисә тапҡыр ҡатнашып,  шул рәүешле ҡустыһы Айдарҙы ла күреп ҡайта.

Һәр кем өсөн яҡын кешеңде юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ. Яугир яҡташыбыҙҙың ата-әсәһе, яҡындары һәм туғандары алдында оло хөрмәт менән баш эйәбеҙ, уның тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.

Айдар Хафизов  хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән наградланды. Орден яҡын көндәрҙә тантаналы шарттарҙа ата-әсәһенә тапшырыласаҡ.

Тыныс йоҡла, Айдар! Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты, ауыр тупрағың еңел, йәнең йәннәттә булһын. 

Наилә Имаева.

Читайте нас: