Кеше ғүмерендә онотолмаҫ миҙгелдәр күп була. Шуларҙың береһе - мәктәп йылдары.
Ҡубияҙ мәктәбендә лә шау-шыулы мәктәп йылдарын иҫкә алырға тип, белем усағын 1992 йылда тамамлаусылар йыйыла.
- Беҙ ике класта барлығы 36 уҡыусы белем алдыҡ. Тик төрлө сәбәптәр арҡаһында осрашыуға 13 кенә кеше килә алды. Оло ихтирамға лайыҡ уҡытыусылар Мәғәсүмә Фәүзәт ҡыҙы Фәүзетдинова менән Венера Әҙип ҡыҙы Арысланова класс етәкселәре булды. Ғөмүмән, беҙҙе уҡытҡан бар уҡытыусылар ҙа бик хөрмәтле, тәжрибәле ине, беҙгә һәр саҡ өлгө булып торҙлар. Бөгөн дә мәктәптә осрашып, парта арттарына ултырып, онотолмаҫ ул йылдарҙы иҫкә төшөрҙөк. Һәр кем хәтирәләре менән бүлеште, ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫкә алдыҡ. Үҙебеҙ, ғаиләләребеҙ, башҡарған хеҙмәттәребеҙ, уңыштарыбыҙ тураһында һөйләп, ихлас аралаштыҡ. Артабан уҡытыусыларыбыҙҙың хәлдәрен белеп, уларға тағы ла бер рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәребеҙҙе еткерҙек.
Осрашыу йәмле Төй йылғаһы буйында усаҡ яғып, табын әҙерләп, йәнле аралашыу, йыр-моңдар менән дауам итте. Һәр беребеҙ күптән көткән саранан яңы көс-дәрт, бай тәьҫораттар алып, алдағы йылдарҙа ла шулай осрашырға теләк белдереп таралыштыҡ, - тип һөйләне Резеда Рәүзәт ҡыҙы Ибраһимова.
Наилә Имаева.