Ошо уңайҙан Ҡариҙел ауылының Үҫмерҙәр моделле китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Әлфиә Хөсәйенова һәм Зөлфирә Хаматова үҙенең уҡыусыларына бай йөкмәткеле күргәҙмә әҙерләне. Ул экологик проблемаларҙы асыҡлауға бағышланған. “Тәбиғәт һәм беҙ” тип аталған был күргәҙмәнән балалар өҙөлмәй. Ентекле күргәҙмәне байҡап сыҡҡандан һуң, китапханасылар уларға тәбиғәтте яратырға һәм һаҡларға кәрәклеген дә белдерҙе. Яҙыусылар һәм шағирҙар күҙлегенән тасуирланған тәбиғәтебеҙҙең ниндәй матур, күркәм, мөғжизәле икәненә тағы бер тапҡыр инанды улар. Уҡыусылар “Ҡыҙыл китап” тураһында ла бай мәғлүмәт алды.
Гөлнара Солтанова.