Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Май 2022, 12:35

Асҡын егеттәре һынатмай

Иҫке Ҡаҙансы егете Данил Шәйхиев һалдат формаһын кейеүҙең тәүге көнөнән үк үҙен башҡаларға өлгө итеп күрһәтә

Асҡын  егеттәре һынатмай
Асҡын егеттәре һынатмай

Данил Шәйхиев — Иҫке Ҡаҙансы ауылы егете. Гөлназ Мәғдән ҡыҙы һәм Фәнил Рәмил улы ғаиләһендә берҙән-бер бала булып буй еткерә. Тыуған ауылында 9-сы класты яҡшы билдәләргә генә тамамлағандан һуң дүрт йыл Нефтекама машина төҙөү колледжында  уҡый. Янғын хәүефһеҙлеге белгеслеге буйынса техник һөнәрен үҙләштергән егет имтихандар тамамланыу менән,  үткән йылдың июнь аҙағында, хәрби хеҙмәткә алына. Тәүҙә Екатеринбург өлкәһе Елань ҡалаһындағы хәрби  часҡа эләгә. Унда 1-се учебка мото-уҡсы ротаһы 1-се учебка взводының 1-се бүлегендә биш ай хеҙмәт итә. Һалдат формаһын кейеүҙең тәүге аҙналарынан уҡ тырыш егетте взвод командиры тиҫтерҙәренә өлгө итеп ҡуя. Яуаплы, ныҡышмал булыуы, ныҡлы физик әҙерлеге  өсөн фотоһы Почет таҡтаһына ҡуйыла. Үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәткән райондашыбыҙға учебка бөткәндә ефрейтор званиеһы бирелә.

Биш айҙан һуң Данил Шәйхиевты Мәскәү өлкәһенә күсерәләр. Әлеге ваҡытта ул Мосрентген ҡасабаһында урынлашҡан  27-се айырым гвардия мото-уҡсылар бригадаһының  6-сы ротаһында  хеҙмәт итә. Тыуған илгә лайыҡлы ул үҫтергәндәре өсөн Гөлназ Мәғдән ҡыҙы һәм Фәнил Рәмил улына бер нисә тапҡыр Рәхмәт хаты ебәрелә. Тырыш егет ярҙамсыл, иғтибарлы һәм әүҙем булғаны өсөн хеҙмәттәштәре араһында ла ихтирам һәм хөрмәт яулаған.

Күптән түгел Данил үҙенең биш хеҙмәттәше менән Мәскәүҙә үткән Еңеү парадында ла ҡатнаша һәм миҙал менән бүләкләнә. Тыуған ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәгән, ойоштороу һәләтенә эйә булған, инициатив егеткә күп тә тормай кесе сержант званиеһы бирелә.

— Армия — ул тормош мәктәбе. Улыбыҙ хәрби хеҙмәткә теләп, уның асылын етди аңлап китте һәм тырышып хеҙмәт итә. Алла бирһә, ҡайтырына ла аҙ ғына ваҡыт ҡалды. Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ үҙен, — ти Гөлназ Мәғдән ҡыҙы.

Данил Шәйхиев  кеүек хәрби  бурысын өлгөлө үтәгән, ышаныслы, тәрбиәле, белемле егеттәр ғаиләһенең дә, Тыуған иленең дә таянысы һәм терәге булып тора. Ә ошондай улдар үҫтереүсе ата-әсәләр оло хөрмәткә лайыҡ.

Илһөйәр Махатова.

Асҡын  егеттәре һынатмай
Асҡын  егеттәре һынатмай
Асҡын  егеттәре һынатмай
Асҡын  егеттәре һынатмай
Асҡын егеттәре һынатмай
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: