Билдәле булыуынса, әле илдә яҙғы саҡырылыш кампанияһы бара. Ошо көндәрҙә республикала егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыуҙар башланды.
Бөгөн, 21 апрелдә, Асҡын районы ла дүрт егетте армияға оҙатты. Яҙғы саҡырылышта иң беренсе булып Әмирҙән – Искәндәр Яруллин, Асҡындан – Юлай Рәхмәтов, Рәмил Зиннуров, Яңы Ҡарткиҫәктән Максим Прохоров хәрби хеҙмәткә юлланды.
“Асҡын мегеттәре хәрби хеҙмәттең бар ауырлыҡтарын лайыҡлы үтер һәм өйҙәренә ысын ир-егет булып ҡайтыр, тип ышанам. Иҫән-һау хеҙмәт итегеҙ. Асҡын ере һеҙҙе һағынып көтәсәк”, - тип буласаҡ һалдаттарға изге теләктәрен еткерҙе район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов.
Егеттәребеҙ ҡайҙа ғына хеҙмәт итһә лә, үҙ бурыстарын намыҫлы үтәп, иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтһын, тип теләйбеҙ.
Наилә Имаева.