Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Ғарифуллин Илдар Вил улы уҙған аҙнала Ҡараяр ауылына ҡунаҡҡа ҡайтты. Илдар Вил улының яҙмышы Ҡараяр ауылы менән ныҡ бәйле. Бында ул хеҙмәт юлын башлап, мәктәп директоры булып эшләй. Уның етәкселегендә мәктәп матди-техник базаһы менән айырылып торҙо, ныҡышмал коллектив тупланды. Тормош иптәше Ләлә Ғарифулла ҡыҙы күрше Яңы Бәрҙәш ауылынан. Илдар Вил улы “Ҡараяр ауылына – 70 йыл” тип аталған байрам сараларында ҡатнашты. “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашҡан ҡараярҙар ағастар ултыртыу буйынса “Мөхәббәт аллеяһы” проектын булдырғайны. Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Ғарифуллин Илдар Вил улы һәм Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы Шәйҙуллин Айдар Әнғәм улы аллеяға ағастар ултыртты. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы сиктәрендә был сара тәбиғәт һағындағыларҙы тағы ла берҙәмләштерҙе.
Гөлнара Солтанова.