Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
21 Март 2022, 16:35

“Көҙҙәр миңә айырыуса яҡын”

Бөтә донъя шиғриәт көнө айҡанлы шиғри күңелле яҡташыбыҙ — Баҙансат ауылында тыуып үҫеп, Пермь крайының Чернушка калаһында йәшәүсе Дилә Фәрит ҡыҙы Миңлеғәлиеваның ижад емештәре менән таныштырабыҙ.

“Көҙҙәр миңә айырыуса яҡын”
“Көҙҙәр миңә айырыуса яҡын”

 Көмөш туй

Көҙҙәр миңә айырыуса яҡын,

Мин көҙҙәрҙе бигрәк яратам.

Көҙҙәр килгән һайын өр-яңынан

Йәшлек хистәремде яңырта.

Көҙ көнө беҙ икәү тормош ҡорҙоҡ,

Бер ғаилә булдыҡ икебеҙ.

Көҙ көнө беҙ атай-әсәй булдыҡ —

Ҡыҙлы-уллы итте алтын көҙ.

Көҙ көнө беҙ яңы өйгә сыҡтыҡ,

Үҙ өйөбөҙ тиеп шатландыҡ.

Буп-буш ергә килеп ыҙба һалып,

Үҙебеҙгә нигеҙ яһаныҡ.

Мул уңышлы йәмле көҙ шикелле

Ғаиләм тулы, тормошом йәмле.

Көҙҙәр миңә айырыуса яҡын,

Мин көҙҙәргә бик тә рәхмәтле.

 

Атайыма 80 йәш

Улым тиеп һине үҫтергәндәр,

Булғанһың һин ағай, энекәш.

Еҙнәләрең балдыҙ тиеп өндәшкән,

Еңгәйҙәрең — ҡайын энекәш.

Үҫеп еткәс һөйгән йәр булғанһың,

Тормош ҡорғас — кейәү, еҙнәй һин.

Балдыҙҙарың кейәүгә сыҡҡас һуң

Ирҙәренә бажа булғанһың.

Әтәйем тиеп үҫте алты балаң,

Кейәүҙәрең бабай тинеләр.

Ейәндәрең дәүәтәй тип торһа,

Килендәрең әткәй тинеләр.

Балдыҙҙарың балалары өсөн

Һин, әлбиттә, булдың аҡ бабай.

Йыл артынан йылдар үтә-үтә,

Һикһән йәшкә еткәнһең ошолай.

Бына инде ҡарт олатай булдың,

Ейәндәрең бала үҫтерә.

Бер үҙеңә нисә төрлө исем —

Бындай бәхет кемгә һуң тейә?!

“Көҙҙәр миңә айырыуса яҡын”
“Көҙҙәр миңә айырыуса яҡын”
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: