Сарс йылғаһы буйы был көндө гөж килеп торҙо. Боҙ аҫтынан балыҡ тотоу буйынса оҫталыҡта һынау тоторға Солтанбәк, Сураш ауылдарынан ғына түгел, хатта ут күршеләребеҙ булған Пермь крайынан да балыҡсылар килгәйне. Бәйгеселәрҙе сәләмләгәндәй, ҡояш та йылы нурҙарын йәлләмәне.
Тәүҙә ир-егеттәр бур менән боҙ тишеү буйынса ваҡытҡа ярышты. Был эштә иң етеҙе Ринат Шәрәфетдинов булып сыҡты. Артабан улар уйған мәкегә балыҡсылар балыҡ ҡармаҡларға ултырҙы.
Конкурсҡа старт бирелеп, минут та уҙып өлгөрмәне: ”Тоттом!” — тип ҡысҡырып та ебәрҙеләр. Бәхет иң беренсе булып Зинфир Тәҡиуллинға йылмайҙы.
Сәғәт ярым барған бәйгелә иң күп балыҡты Зинфир Тәҡиуллин ҡармаҡланы. Икенсе урын — Илнур Хикмәтовта, өсөнсө — Хәким Саяповта. Әйткәндәй, 70 йәшлек Хәким ағай иң оло балыҡсы булһа, һигеҙ йәшлек Ильяс Тәҡиуллин иң йәше ине.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында балыҡ тотоу буйынса Зөлфирә Шайморатоваға етеүсе булманы.
Пермь крайынан килеүсе балыҡсылар ҙа һынатманы, берҙәмлектәрен күрһәтте.
Солтанбәк ауыл биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов сараға йомғаҡ яһап, бөтә ҡатнашыусыларға, бигерәк тә ут күршеләребеҙгә рәхмәт белдерҙе һәм йәйге балыҡ тотоу ярышына саҡырҙы.
Бәйгеселәргә Солтанбәк ауыл Советының Рәхмәт хаттары, еңеүселәргә Почет грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Балыҡсылар еңеүҙән бигерәк, үҙҙәренә әллә күпме ыңғай тәьҫораттар алып, киләсәккә пландар ҡороп, ойоштороусыларға рәхмәтле булып таралышты.
Солтанбәк ауылында саф һауала, йәмле Сарс буйында уҙған балыҡсылар ярышы сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаусы матур байрамға әйләнде. Күптәр ғаиләһе менән килеп, күңелле ял итте, бәйгеселәрҙе дәртләндереп һәм сәмләндереп, еңеүгә ҡанатландырып торҙо. Иң мөһиме, ауылдаштар аралашып, ял итеп, бергә файҙалы ял минуттары үткәрҙе. Байрам күңелле уйындар, йырҙар менән үрелеп барҙы.
Афариндар, солтанбәктәр! Артабан да шулай ут күршеләр менән дуҫ-татыу булып, тәжрибә уртаҡлашып, берҙәм, сәләмәт тормош яҡлы булып ҡалығыҙ!
Наилә Имаева.