Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
6 Март 2022, 13:10

Яңы өйҙә балаларҙың шат тауышы ғына яңғыраһын

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Асҡын ауылында йәшәүсе Нурания һәм Илнар Ғилмияровтар шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе.

Яңы өйҙә балаларҙың шат тауышы ғына яңғыраһын
Яңы өйҙә балаларҙың шат тауышы ғына яңғыраһын

Ғилмияровтар район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов ҡулынан ауыл ерендә торлаҡ төҙөүгә социаль ярҙам алыуға таныҡлыҡ алды. Сертификат йәш ғаиләгә “Башҡортостан Республикаһы ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү” программаһы сиктәрендә тапшырылды. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға 2017 йылдан башлап сиратта торалар.
Нурания сығышы менән Балтас районының Мата ауылынан, ә Илнар районыбыҙҙың Ҡаракүл ауылында тыуып үҫкән. Йәш ғаилә өс бала тәрбиәләй. Алты йәшлек Илназ менән дүрт йәшлек Айназ “Күк сәскә” балалар баҡсаһына йөрөй, кеселәре Гөлназға йәш тә дүрт ай.
Илнар — КАМАЗ водителе, “Киви” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. Нурания — Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығының йәштәр бүлегендә педагог-психолог, әле декрет ялында.
Ғилмияровтар Асҡын ауылының Тау урамында яңы өй төҙөй. Йәш ғаилә дәүләт ярҙамы менән көҙгөлөккә яңы өйгә күсенергә ниәтләй. Уларға торлаҡтарын төҙөп сығып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын, өйҙәрендә шат балалар тауышы ғына яңғыраһын.
Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: