2 мартта Нөркә ауыл биләмәһе башлығы Флидә Ғиндуллина ауыл Советы депутаттары һәм активы алдында 2021 йылдағы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.
Күп эштәр башҡарылған уҙған йылда. Усман ауылында газүткәргес төҙөлгән, электр линиялары ремонтланған, урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса Үҙәк урамға ҡом-таш йәйелгән, “Атайсал” республика проекты сиктәрендә Рәшит Хәйруллин Нөркә ауылында “Әхмәтзыя” мәсетенең тәҙрәләрен алмаштырырға ярҙам иткән, ә Имән ауылында йәшәүселәр бергәләп үҙ ауылдарының мәсет бинаһын эске яҡтан ремонтлаған. Планда ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеү, газ үткәреүҙе дауам итеү, Нөркә һәм Имән ауылдарында юл ремонты, яҡын киләсәктә Усманда ФАП төҙөү.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.