Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
15 Февраль 2022, 17:15

Утты-һыуҙы кискән яугир

Фидәрис Илдус улы Хәтмуллин яҙмышын тыуған ауылы менән бәйләгән.

Утты-һыуҙы кискән яугир
Утты-һыуҙы кискән яугир

 

 

 

1989 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәренең һуңғы колоннаһы Афғанстан еренән Тыуған илгә ҡайтты.


Был һуғышта 650 меңдән артыҡ совет һалдаты ҡатнаша, шуларҙың 40-ығы – Балтастан.

Балтас районынан алты егет был һуғышта башын һалған. Уларҙың исемдәре Афған илендә интернациональ бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә һәйкәл алдына мәңгелеккә уйылған: капитан Дамис Ғәдел улы Әхмәтов, капитан Рәмил Фәрхулла улы Хаков, кесе сержант Салауат Барый улы Насертдинов, рядовой Альберт Александрович Сафиев, рядовой Фидус Нәҡип улы Шәртдинов, Фиданис Назиф улы Ғәлимов.

Тусыбай ауыл биләмәһенән был яуҙа ете ир-егет ҡатнашҡан, бәхеткә, имен әйләнеп ҡайтҡандар. Бөгөн уларҙың 5-һе иҫән, төрлө яҡтарҙа йәшәй.

Фидәрис Илдус улы Хәтмуллин иһә яҙмышын тыуған ауылы менән бәйләгән. 15 февраль уның өсөн байрам да, 1987-1989 йылдарҙа бергә инженер-саперҙар полкында хеҙмәт иткән, утты-һыуҙы бергә кискән иптәштәрен иҫкә алыу көнө лә. Фидәрис Илдус улы йөҙөндә барлыҡ батыр яҡташтарға хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

Читайте нас: