Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
15 Ғинуар 2022, 07:30

Райондың 90 йыллығын ҡаршылап

Ҡараяр күп тармаҡлы ауыл клубында интеллектуаль уйын –  брейн-ринг ойошторолдо.

Райондың  90 йыллығын ҡаршылап
Райондың 90 йыллығын ҡаршылап

 


Ҡариҙел районы барлыҡҡа килеүенә февралдә 90 йыл тула
Ошо уңайҙан райондың барлыҡ төбәктәрендә тематик саралар ойошторола. Ҡараяр ауыл Советы биләмәһе был юҫыҡта иң беренселәрҙән. Кисә Ҡараяр күп тармаҡлы ауыл клубында райондың юбилейына бағышланған интеллектуаль уйын – брейн-ринг ойошторолдо. Бында Абдулла, Комсомол, Ҡараяр ауылдары командалары тапҡырлыҡта, зиһенлелектә, отҡорлоҡта көс һынашты. Уйын бик көсөргәнешле, сәмле барҙы. Һәр команда район тарихы, мәҙәниәте, билдәле шәхестәре хаҡында белемдәрен күрһәтте. Һөҙөмтәлә Абулла ауыл клубы ағзалары 1-се урын яуланы. Ауыл Советы башлығы Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Солтанова барлыҡ уйынсыларҙы ла ҡотлап, иҫтәлекле бүләтәр тапшырҙы. Әйтергә кәрәк, был биләмә “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша һәм үҙ эшмәкәрлектәренә тағы бер мөһим сара өҫтәне. Уларға «афарин!» тип әйтергә генә ҡала.

Гөлнара Солтанова.

Райондың  90 йыллығын ҡаршылап
Райондың  90 йыллығын ҡаршылап
Райондың 90 йыллығын ҡаршылап
Читайте нас: