Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
26 Июль 2021, 14:30

Мөһим сараға асҡындар етди әҙерләнә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 1-30 августа Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә ауыл хужалығы иҫәбен алыу ойошторола. Асҡын районында был мөһим сарға әҙерлек эштәре тураһында ауыл хужалығы иҫәбен  алыуҙы үткәреү һорауҙары буйынса  вәкәләтле вәкил     Винария Мөкәрәм ҡыҙы Кашапова һөйләне.  

Мөһим сараға асҡындар етди әҙерләнә
Мөһим сараға асҡындар етди әҙерләнә

 

Башҡортостанстат 2021 йылдың 1 авгусынан 30 авгусына тиклем кескәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарырға әҙерләнә. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 29 авгусындағы “2021 йылда кескәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы ойош-тороу тураһында” 1315-се ҡарарына ярашлы, микропереписте уҙғарыу ваҡыты тип 2021 йылдың 1 - 30 авгусы билдәләнде.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы уҙғарыуға нигеҙ документы булып 2005 йылдың 21 июлендәге “Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу” тигән 108-ФЗ һанлы Федераль закон тора.

Асҡын районында был мөһим сарға әҙерлек эштәре тураһында   ауыл хужалығы иҫәбен  алыуҙы үткәреү һорауҙары буйынса  вәкәләтле вәкил       Винария Мөкәрәм ҡыҙы Кашапова һөйләне.

«Башҡортостанстат күптән район бүлексәләре белгестәре менән уҡыуҙар ойошторҙо. Асҡын районында әлеге мөһим сараға  дүрт инструктор — Ләйсән  Әхмәтйәнова, Резеда Кәлимуллина, Наҙгөл Ғәниева, Елена Сухорукова  һәм 21 иҫәп алыусы йәлеп ителде. Һәр иҫәп алыусыға яҡынса —  486 объект, ә инструкторға алты  иҫәп участкаһы тура килә.

Беҙҙең районда  һигеҙ ауыл хужалығы ойошмаһын, 34 крәҫтиән-фермер хужалығын һәм шәхси хужалыҡты, бынан тыш 10222  шәхси ярҙамсы хужалыҡты яҙып алырға кәрәк. Ошо иҫәп алыу барышында ауыл хужалығы тармағында мәшғүлдәр һаны, ер участкалары һәм уларҙы файҙаланыу, ауыл хужалығы культуралары һәм күп йыллыҡ үҫентеләр майҙандары тураһында ла мәғлүмәттәр теркәлә.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың үҙенсәлеге шунда:  иҫәп алыусылар  бары шәхси хужалыҡтарға ғына инә.

 Шулай уҡ мал һаны иҫәпкә алынырға тейеш.  1 августан 16-һына тиклем ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары электрон төрҙәге тикшереү бланктарын үҙ аллы  йәки статистика бүлегенә килеп, иҫәпкә алыу биттәрен үҙҙәре тултыра.

Иҫәп алыусыларҙың махсус экипировкаһы була ( «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу» тип яҙылған йәшел кепкаһы,  жилеты). Шулай уҡ уларҙың таныҡлығы һәм паспорты булырға тейеш. Һорау алғанда иҫәп алыусыларға бер ниндәй ҙә документтар күрһәтергә кәрәкмәй. Мәғлүмәттәр һәр хужаның һүҙҙәренән яҙып алына. Унда исем-фамилия һәм башҡа шәхси мәғлүмәттәр күрһәтелмәй. Иҫәп алыусылар менән аралашыу өсөн 20-25 минут ваҡыт талап ителә. Күп ваҡыт  һорашыу планшеттарҙа алып барыла. Интернет булмаған ерҙәрҙә  мәғлүмәттәр махсус иҫәпкә алыу биттәренә теркәлә.

Бөгөн  Росстаттан ебәрелгән  иҫәп алыу мәғлүмәте тураһындағы  махсус плакаттар  районға ҡайтып етергә тейеш.  Беҙ уларҙы халыҡ күп йөрөй торған урындарға эләсәкбеҙ. Ә планшеттар ҡайтҡандан һуң, иҫәп алыусылар һәм инструкторҙар менән тағы ла уҡыуҙар ойошторасаҡбыҙ.

Әлеге иҫәп алыуҙы уҙҙырыу ауыл хужалығы территорияларын  үҫтереүҙең ныҡлы  стратегияһын тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү өсөн кәрәкле рәсми  статистик мәғлүмәт алыуҙы тәьмин итәсәк.  Шуға күрә 1-30 августа уҙасаҡ  иҫәп алыуҙа райондаштарыбыҙҙы әүҙем булырға һәм теүәл мәғлүмәт бирергә саҡырабыҙ», — тине Винария Мөкәрәм ҡыҙы.

Ауыл хужалығы иҫәбен алыуға яҡынса йомғаҡ – быйыл декабрҙә, ә тулыһынса 2022 йылдың аҙағында яһала.

Наилә Имаева.

 

 

Читайте нас: