Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
19 Июнь 2021, 21:45

Яугирҙар исеме мәңгеләштерелде

Балтас районы Рәхимҡол ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙар иҫтәлегенә обелиск асылды.

Көндәшле ауыл биләмәһенә ҡараған Рәхимҡол ауылынан яуға 63 кеше киткән, шуларҙың 34-е Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған.
Обелиск ауылда йәшәүселәр һәм ситтәге яҡташтар – ветерандарҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары ярҙамы менән төҙөлдө. Айырыуса Венер Фазлыев, Алмаз Мөхәмәҙиев, Винер Батыровтар ҙур матди көс һалды.
Обелиск асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев ҡатнашты. Рәхимҡол ауылында ғүмер итеүсе алты кешегә “Һуғыш балалары” таныҡлығы тапшырылды.
Көндәшле ауылы мәсете имам-хатибы Илшат Хәмәтнуров Ватаныбыҙҙы фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап ҡалған яугирҙар исеменә доға ҡылды.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.
Читайте нас: