Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
5 Июнь 2021, 10:20

Беренселәрҙән булып танытма алдылар

Солтанбәк ауылында Хакимиәт көндәре сиктәрендә үткән киңәйтелгән кәңәшмә барышында «Һуғыш балалары» танытмаһы тапшырылды.



Районыбыҙҙа ауылдарға сығып Хакимиәт көндәре үткәреү күптән матур йолаға әйләнде. Быйыл бындай форматтағы осрашыу Солтанбәк ауыл биләмәһендә башланды.
Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Динис Рәдис улы Йосопов етәкселегендә эш төркөмө район ойошма һәм предприятие етәкселәре менән бергә Солтанбәк ауылында урындағы һәм Сураш, Кәмәшиҙе ауылдары халҡы менән осрашты.
«Киңәйтелгән кәңәшмә эшлекле һәм һөҙөмтәле уҙҙы. Халыҡ етәкселәргә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы биреп, төплө яуап алды. Солтанбәктәр ауылға газ индереү, Ҡашҡа менән Солтанбәк араһындағы тура юлды төҙөкләндереү, клуб төҙөү, балалар майҙансығы алыу, урындағы ансамбль өсөн музыка уйын ҡоралдары алыу, сүп-сар йыйыу мәсьәләләрен күтәрһә, сураштарҙы ауылда фельдшер булмауы, спорт залын төҙөп бөтөрөү, мәктәп автобусында балаларҙы уҡырға йөрөтөү һымаҡ һорауҙар борсой. Ошо тармаҡ етәкселәре күтәрелгән проблемаларға аңлатма бирҙе.
Район етәкселеге проблемаларҙы контролгә алды, әүҙемлектәре өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе, кәңәшмә ике яҡ өсөн дә файҙалы үтте.
Теләге булғандар Динис Рәдис улы Йосоповҡа шәхсән мөрәжәғәт итә алды.
Сара сиктәрендә Динис Рәдис улы районда беренселәрҙән булып «Һуғыш балалары» статусына эйә булғандарға тантаналы шарттарҙа танытма тапшырҙы», - тип һөйләне Солтанбәк ауыл Советында эштәр менән идара итеүсе Рәмилә Хикмәтова.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Башҡортостанда һуғыш балалары тураһында” законға ярашлы, “Һуғыш балалары” статусы һәм ошо хаҡтағы танытма 1927 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандарға бирелә. Солтанбәк ауыл биләмәһе буйынса бындай танытма әлегә 20 кешегә ҡайтарылған. Ауыл Советынан әйтеүҙәренсә, был исемлек тулыландырыласаҡ.
Наилә Имаева.
Читайте нас: