Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
20 Апрель 2021, 11:31

"Тапҡан икән барыбер Миләүшәһен..."

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та был тормош. 17 йәшемдә, бар донъямды онотоп ғашиҡ булғанымда, яҙмышым тап ошолай булыр тип күҙ алдына ла килтермәй инем.

Юғары уҡыу йортона, үҙем бала саҡтан хыял иткән һөнәр буйынса уҡырға инеп, ҡыуанып-дәртләнеп йөрөгән сағым. Бер көн бер урамда уйнап үҫкән ауылдашым йәшәгән ятаҡҡа киттем (Гөлнур минән ике йәшкә ҙурыраҡ булып, 3-сө курста уҡып йөрөй ине). Уның янына дуҫлашып йөрөгән егете килгән булып сыҡты. Киләһе барғанымда Гөлнурҙың егете бүлмәләш дуҫы менән таныштырҙы. Мыҡты ғына кәүҙәле, көлөп-шаярып һөйләшкән, ихлас, алсаҡ Мансур шунда уҡ йөрәгемдә ут тоҡандырҙы.

Ятаҡҡа ҡайтып:

– Ҡыҙҙар! Мин шундай егет менән таныштым! – тип шатлығымды уртаҡлаштым.

Тиҙҙән Мансурҙы бүлмәләш ҡыҙҙарым менән таныштырҙым. Ул көн дә тигәндәй килә, икәүләп етәкләшеп ҡала урамдары буйлап йөрөйбөҙ, киноға барабыҙ, һөйгәнем мине туңдырма менән һыйлай. Ҡыҫҡаһы, бәхетте етенсе ҡатындамын! Тик Мансур бүлмәләш ҡыҙҙарым – шаян, күҙҙәре осҡон сәсеп торған сибәр Рәзилә менән шаярһа, йәки етди, һәр һүҙен уйлап ҡына әйткән Миләүшә менән һөйләшеп ултырһа, аҙыраҡ көнләшеп тә алам, әммә һыр бирмәйем. Матур итеп дуҫлашып йөрөп, 3-сө курстан һуң өйләнешергә ҡарар иттек. Гөрләтеп туй үткәрҙек. Мансур йәшәгән дөйөм ятаҡтан айырым бүлмә бирҙеләр. Диплом алғанда сәскәләй ҡыҙыбыҙ ҙа бар ине инде.

Икебеҙ ҙә эшләйбеҙ, донъябыҙҙы йәмләп, улыбыҙ тыуҙы. Бәхетле булып йәшә лә йәшә бит инде. Тик тормош беҙ теләгәнсә генә бармай шул. Мансур яйлап эскелек менән мауыға башланы, эшенән һуңлап ҡайтыуҙар йәки бөтөнләй ҡайтмаған осраҡтар йышайҙы. Ҡулымда бәләкәй бала. Нисек кенә көрәшеп маташһам да, хәлдәр ҙә, мөнәсәбәттәр ҙә яҡшырманы. Ике бала менән ятаҡта йәшәү ҙә ауыр ине, аҡса етешмәне, балалар йыш ауырыны. Тыуған яҡтарға ҡайтырға ҡарар иттем.

Район үҙәгендә эше лә, ҡыҙыма – мәктәбе лә, улыма балалар баҡсаһы ла булды. Шулай һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда Мансур килеп төштө. “Һеҙһеҙ йәшәй алмайым” тип ғәфү үтенде. Кисерҙем. Әммә күп тә тормай элекке тормош яңынан башланды: эскелек, эшһеҙлек, иҫерек килеш ҡаңғырыуҙар...

Бүлмәләшем Миләүшә лә ғаиләһе менән район үҙәгендә йәшәй ине. Тормошо көйлө: шәхси йорт һалып ингәндәр, донъялары етеш, ике ул үҫтерәләр. Күрешеп, осрашып йәшәй башланыҡ, студент саҡтарҙы иҫләп, серләшеп тә ала инек йәшлек әхирәтем менән. Ул минең тормошомдоң яйһыҙлығына, Мансурҙың эскегә бирелеүенә ысынлап көйөнә, ауыр саҡтарымда кәңәштәрен биреп йыуата ине.

Бер мәл ирем иҫерек сағында:

– Мин электән Миләүшәне яратам. Теге мәл, студент саҡта, һеҙҙең бүлмәгә барып ингәс тә уға ғашиҡ булғайным, – тимәһенме!

Унан һуң да эскән сағында ошо хәбәрҙе ураған һайын һөйләр булып китте, йәнәһе, “Миләүшәгә өйләнгән булһа, хәтәр шәп йәшәр ине”.

Көндәрҙән бер көн әхирәтем:

– Мансурың эсеп алһа, миңә шылтыратып аптырата, – тигәс, телһеҙ ҡалдым. – Уны “ҡара исемлек”кә ҡуйҙым. Әйт, мине ҡаңғыртмаһын! Үҙенең ахмаҡтарса ҡылығы менән беҙҙең ғаиләне боҙоуы бар, – тине.

Икенсе юлы эскәнендә минең телефондан шылтыратып Миләүшәне ҡаңғыртыуын белеп ҡалдым. Әхирәтем тағы һуҡранды. Әлбиттә, был хәл миңә лә оҡшамай, ирем үҙенең ҡылығы менән мине кәмһетеүен, һанламауын аңламай ҙа ине, буғай.

Тормошобоҙ килеп сыҡманы – айырылыштыҡ. Мансур тыуған яғына ҡайтып китте. Күптән түгел ҡустыһы аша уның дауаланып, эсеүен ташлауын, икенсегә өйләнеүен ишеттем. Нисәмә йылдар балаларына бер тинлек ярҙамы булманы, алимент түләмәне. “Улыңа мәктәпкә барырға аҡса ебәр” тип шылтыраттым.

– Башҡаса шылтыратма, ғаиләмдең боҙолоуын теләмәйем, ҡатыным ундайҙы яратмай, – ти. Телһеҙ ҡалдым. Ә мин һуң ғаиләбеҙҙең боҙолоуын теләнемме? Минең менән шулай ғаилә ҡәҙерен белеп йәшәп булмай инеме? Исмаһам, балалар хаҡына?

Иң ҡыҙығы тиемме, ҡыҙғанысымы: ҡатынының исеме – Миләүшә!

Быны ишеткәс, әхирәтемә шылтыраттым:

– Беләһеңме, Мансур өйләнгән икән, ҡатынының исеме – Миләүшә.

– Тапҡан икән тәки Миләүшәне. Ярай, бәхетле булһындар, – тине ул көлөмһөрәп.

Үҙемә килгәндә инде, шөкөр итәм: ипле, матур холоҡло, иң мөһиме – эсмәгән кеше менән яҙмышымды бәйләнем, балаларым ҙурайып, уңыштары менән һөйөндөрә. Хәҙер инде ғүмеремдең тәүге ирем менән йәшәлгән осорона тормошомдоң артта ҡалған бер мәле, ҡабат асмаҫ өсөн ябылған бите булараҡ ҡарайым.

(Хәйбулла районында йәшәгән ҡатындың һөйләгәндәренән).

Фото: pixabay.com

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: