Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
19 Март 2021, 21:40

Тарихыбыҙҙы өйрәнеү буйынса эште йәнләндерергә кәрәк

Бөгөн Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы үткәргән сарала районыбыҙҙа Башҡорт тарихы йылына старт бирелеп, йыл барышында ойоштороласаҡ саралар планы ҡаралды, ойоштороу комитеты һайланды.

Сарала район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Илдар Саҙрисламов, «Ағинәйҙәр ҡоро» район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Йәриә Ялалтдинова, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, тыуған яҡты өйрәнеүселәр ҡатнашты.
Илдар Валерьевич сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, Башҡорт тарихы йылын районыбыҙҙа лайыҡлы үткәреү өсөн берҙәм булып, тырышып эшләргә саҡырҙы. Ул сығышында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек мәсьәләләренә лә туҡталды. Сараны алып барыусы район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы Юнысова Башҡорт тарихы йылының маҡсаттары һәм бурыстары хаҡында һөйләне, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан әҙерләнгән методик күрһәтмәләр һәм саралар планы менән таныштырҙы.
Викимәктәп” проекты сиктәрендә райондаштарыбыҙҙы башҡорт Википедияһына йәлеп итеү, унда эшләү үҙенсәлектәре тураһында мәғариф ветераны, тыуған яҡты өйрәнеүсе әүҙем ағинәй, бөгөн был йүнәлештә әүҙем эш башлаған Фәнирә Мәүли ҡыҙы Нәбиуллина ентекле итеп һөйләне.
Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә үткәрелгән һәм үткәреләсәк мәҙәни саралар тураһында Район клуб-китапхана системаһының ойоштороу-методик бүлеге етәксеһе Гөлзифа Мөхәмәтдинова бәйән итте.
«Ағинәйҙәр ҡоро» район йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Йәриә Ғафур ҡыҙының телмәре сарала ҡатнашыусыларҙы тарихыбыҙҙы өйрәнеүҙә әүҙем һәм берҙәм эшмәкәрлеккә дәртләндерҙе.
Наилә Имаева.
Автор фотолары.
Читайте нас: