Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
1 Февраль 2021, 23:55

Ҡылғандары бары изгелек

Урмияҙ ауылында ғүмер итеүсе оло хөрмәткә лайыҡ ағинәй, хәстәрлекле әсәй, өләсәй, ҡарт өләсәй Тәсбиә Хәлил ҡыҙы Хәлилованы 90 йәшлек оло юбилейы менән тәбрикләнеләр.


Ихласлығы менән балҡып, әйләнә-тирәләгеләргә яҡты нур бөркөп, изгелек өләшеп йәшәүсе хөрмәтле ағинәй Тәсбиә Хәлил ҡыҙы Хәлилова бөгөн 90 йәшлек юбилейын билдәләне. Тыл һәм хеҙмәт ветеранын ошо күркәм ғүмер байрамы менән ҡотларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Мансур Әлфрис улы Нуриәхмәтов менән Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Үзбәк улы Ирғәлин килде. Улар Тәсбиә Хәлил ҡыҙына иң изге теләктәрен еткереп, Рәсәй Президентының ҡотлау открыткаһын һәм иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.
Бар ғүмерен фиҙаҡәр хеҙмәттә үткәргән, туғанлыҡ ептәрен нығытып, барыһына ла өлгө булып, балаларының ҡәҙер-хөрмәтен күреп, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, бөгөн ике бүләһен һөйөү бәхетенә ирешкән хәстәрлекле әсәй һәм өләсәйҙе балалары, туғандары, яҡындары ла ихлас ҡотланы.
Наилә Имаева.
Читайте нас: