Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
29 Ғинуар 2021, 16:50

Киләһе йыйын Асҡын районында уҙасаҡ

Бөгөн Борай ауылында үткән осрашыуҙа “Ырыуҙар йыйыны” штандартын Асҡын районы вәкилдәренә тапшырҙылар.

Бөгөн Борай ауылында Елдәк ырыуы вәкилдәре осрашты. Йыйын сиктәрендә фәнни-ғәмәли конференция, презентациялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм үҙешсән сәнғәттә ҡатнашыусылар концерты уҙа. “Ырыуҙар йыйыны” штандарты тантаналы шарттарҙа Асҡын районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мансур Әлфрис улы Нуриәхмәтовҡа тапшырыла. 5 февралдә Асҡын районында Балыҡсы ырыуы вәкилдәре осрашасаҡ. Сарала ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ бай программа көтә.
Наилә Имаева.
Фәйрүзә Юнысова фотолары.
Читайте нас: