Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
23 Ғинуар 2021, 01:40

Солтанайға килен төштө!

Башҡортостанда матур датала – 2021 йылдың 21 ғинуарында (21.21.21) 102 пар сәстәрен-сәскә бәйләй. Солтанай ауылы егете Рәсим менән Ҡубияҙ ауылы ҡыҙы Алия ла был көндө законлы никахҡа инеп, матур ғаилә ҡорҙо

Башта Ҡубияҙ ауылында ҡыҙҙың тыуған йортонда йәштәргә никах уҡыталар. Асҡында ЗАГС бүлегендә никахтарын законлаштырғандан һуң, Солтанай ауылына килен төшә. Рәсимдең тыуған йортонда Алияны йола буйынса ҡаршы алалар, һыу юлы күрһәтәләр. Ике яҡтан да туғандар йыйылып, матур табын әҙерләп, йәштәргә бәхет, мөхәббәт, татыу ғүмер теләп, бүләктәр биреп, матур туй үткәрәләр. Кисәне йәнле итеп, йыр-моң менән биҙәп, Фидания, Рауил һәм Айнур Шәйхетдиновтар алып бара.
Алия һәм Рәсим Рәхимовтарға атай-әсәйҙәрен һөйөндөрөп, туғандарына матур өлгө күрһәтеп, бәхетле, парлы ғүмер кисерергә насип булһын.
Читайте нас: