Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
10 Ғинуар 2021, 16:20

Юбилярҙы тәбрикләнеләр

Ошо көндәрҙә Дәүләт ауылында йәшәүсе хөрмәтле Ғәниәфә Ямалетдинова 85 йәшен билдәләне. Уны ғүмер байрамы менән яҡындары, туғандары, ауылдаштары тәбрикләне. Ғәниәфә Имаметдин ҡыҙын оло юбилейы менән ҡотларға Петропавловка ауыл китапханаһы уҡыусылары ла килде.

Петропавловка ауыл китапханаһының баш китапханасыһы Рина Муллахан ҡыҙы йәш китап уҡыусыларҙы был сараға алдан әҙерләгәйне. Улар хөрмәтле юбилярҙы (пандемияға бәйле) ҡапҡа алдына саҡырып сығарып, бүләк тапшырып, матур теләктәрен еткерҙе, шиғырҙар һөйләне, ҡотлап йыр йырланы, юбилярҙың үҙен дә бейетте, йырлатты. Ғәниәфә апай балаларҙың был бүләгенә, иғтибарына бик һөйөндө. Балалар оло кешене хөрмәтләү, уға изгелек эшләүҙең үҙҙәренә лә оло сауап икәнлеген аңланы.
Читайте нас: