Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
3 Октябрь 2020, 15:40

Балаларҙың шат тауыштары тынмаһын!

Солтанай ауылында балалар уйын майҙансығы асылды

Кисә Солтанай ауылында шатлыҡлы ваҡиға булды — балалар өсөн уйын майҙансығы тантаналы асылды. Сара “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Был майҙансыҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты ярҙамында тормошҡа ашырылды. Ул бынан ике йыл элек ҡуйылып, үткән йыл ағас рәшәткәләр менән кәртәләп алынып, быйыл матурлап буятылды һәм кескәйҙәр өсөн уйнар, ял итер урын барлыҡҡа килде.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Яубүләк ауыл биләмәһе башлығы Флүр Фәнүз улы Әминев сәләмләне һәм ошо майҙансыҡты тәртиптә тотоп, һаҡсыл булырға саҡырҙы. Шулай уҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлегенең башҡарма секретары Ринат Йәмил улы Саҙрыев та солтанайҙарҙы тәбрикләне һәм “Аныҡ эштәр” проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан Әдисә Ғилмияроваға, Эльза Йосоповаға, Фларис Шәйнуровҡа Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Солтанай башланғыс мәктәбе уҡытыусылары Әдисә Ғилмиярова һәм Эльза Йосопова етәкселегендә әҙерләнгән монтаж балаларҙан рәхмәт һүҙе булараҡ яңғыраны. Уҡыусылар шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. Аҙаҡ Әдисә Мәғдән ҡыҙы балаларҙы ла, әсәйҙәрҙе лә майҙансыҡҡа саҡырып уйындар уйнатты.
Был сара уңайынан мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы Фидания Шәйхетдинова етәкселегендә йәрминкә лә ойошторолдо.
Читайте нас: