+25 °С
Болотло
Венер Фәрит улы ғаиләһен имен, мул тормошта йәшәтеү, балаларына яҡшы тәрбиә биреү өсөн бар тырышлығын һала. Хәстәрлекле атай аҙбар тултырып мал ҡарай, өләсәһе һәм олатаһынан өйрәнеп ҡалған умартасылыҡ эшен дауам итә. Бынан тыш ул ауылдың йәмәғәт тормошонда ла ҡайнап йәшәй: ауыл мәҙәниәт йортонда үткәрелгән сараларҙа әүҙем ҡатнаша, спектаклдәрҙә ролдәрҙе оҫта башҡара. Бына бер нисә йыл инде урындағы һайлау комиссияһы ағзаһы ла булып тора. Яҙмыш ҡуйған һынауҙарҙы сабырлыҡ менән үткәреп, үҙ тырышлығы, булдыҡлылығы менән тыныс ҡына, тыйнаҡ ҡына тормош йөгөн тартҡан Венер Әбдрәхимовҡа киләсәктә бәхетле, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай ғүмер насип булһын. Илһөйәр Махатова. Фотолар ғаилә архивынан. |