Социаль тикшеренеүҙәр буйынса донъялағы 50 процент бала атайһыҙ үҫә. Европала уртаса — 29, Бойондороҡһоҙ дәүләттәр илдәрендә — 20, ә Һиндостанда 19 йәштә атай булалар. Атайҙар көнөн был көндө Рәсәйҙән башҡа тағы ла 50 илдә билдәләйҙәр. Японияла был байрам Малайҙар көнө тип атала. Был илдә йәшәүселәр ир кешегә хас сифаттарҙы малайҙарҙа бәләкәйҙән тәрбиәләй. Малайҙарға бысаҡ һәм ҡылыс бүләк итәләр. АҠШ-та был көндө, ғәҙәттә, атайҙарға балалары ҡыҙыл розалар бүләк итә. Италияла, Испанияла, Португалияла Атайҙар көнө 19 мартта билдәләнә. Рәсәйҙә оҡшаш байрамдар: ноябрҙең һуңғы ялында — Әсәйҙәр көнө, 28 октябрҙә — Өләсәйҙәр һәм олатайҙар көнө, 8 июлдә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Байрамда атайҙарға нимә бүләк итергә?
Исеме яҙылған һәм фотоһы төшөрөлгән футболка атай өсөн көтөлмәгән һәм иҫтәлекле бүләк булыр. Ғәҙәти булмаған стилдә заказ буйынса эшләнгән ғаилә портреты ла — бик матур һәм тулҡынландырғыс бүләк. Төҙөргә, йыйырға, ағас эшенә оҫта атай өсөн инструменттар йыйылмаһы шәп бүләк булыр. Яратҡан шөғөлдәре буйынса бүләк был көндө ҡәҙерле кешегеҙҙең күңелен күтәрер. Мәҫәлән, спорт, балыҡ ҡармаҡлау, әүҙем ял менән мауыҡҡандарға бүләк һайлау ауыр эш түгел. Фотолар интернет селтәренән алынды.