Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
24 Ғинуар 2020, 14:07

Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш...

Халҡыбыҙ фажиғәһенең бер көнө бөгөн. Алыҫта, тарихта ҡалһа ла, йырҙа булһа ла, шаңдауы яңғырай, йәнде тетрәтә, күңелде илата...

Тарихи ваҡиғаларға бәйле бер генә өҙөк (“Википедия”нан):
...Батша хөкүмәте башҡорттарҙан уларҙың ерендә ҡала төҙөү өсөн ризалыҡ һорау ғына түгел, ә хатта уларҙы был хаҡта иҫкәртеүҙе кәрәк тип тапмай. Ризаһыҙ башҡорттар баш күтәрә. 1735 - 1740 йылдарҙағы ихтилалдарҙа Балыҡсы ырыуы башҡорттары ла дәррәү ҡатнашҡан. 1735 йылдың декабрь аҙағында Ырымбур экспедицияһы етәкселәренең береһе А. Тевкелев язалаусы отрядтар менән Өфөнән Бөрө аша Әй йылғаһы буйына йүнәлгән... 1736 йылдың 19 ғинуарында Тевкелев Һөйәнтүҙ ауылына килеп инә, һәм ауыл халҡының үҙ отрядына ҡаршы сығырға йыйынған булыуын белгәс, уларҙы вәхшиҙәрсә ҡырырға бойороҡ бирә.
1736 йылдың 24 ғинуарында Тевкелев ауылды юҡҡа сығарырға ҡуша...
Шул ваҡиғаларҙың шаһиты П. Рычков былай тип яҙып ҡалдырған:
«Был ауылда меңләп кеше, ҡатын-ҡыҙ, бала сағаһы менән, атып, штык ҡаҙап үлтерелде, власҡа тоғро мишәрҙәр һәм башҡорттар (?) һөңгө менән үлтереп сыҡты. Бынан тыш 105 кеше аҙбарға ябылып, утта яндырылды. …Шул рәүешле Һөйәнтүҙ кешеләре ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағаһы менән — сабыйынан ҡартына тиклем — бер төн эсендә ут менән, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдә, ә йорттары янып көлгә ҡалды».
Бынан һуң Тевкелевтың һәм полковник Мартыновтың язалаусы отрядтары Себер юлының Балыҡсы, Унлар, Ҡыр-Танып улустарында йәнә 51 ауылды талап, яндырып сыға, 2000-дән ашыу кешене үлтерә (хәҙер Башҡортостандың Асҡын, Балтас, Ҡариҙел райондары биләмәһе)...
Һәм халыҡ йыры тыуҙы...
ТӘФТИЛӘҮ
Иҙел буйҡайҙары, ай, ҡаялыҡ —
Полковник Тәфтиләү яу урыны.
Башҡорт илкәйҙәрен утҡа тотҡас,
Алтынланды уның яурыны.

Аҫтындағы эйәр атҡа тейер,
Эйәре лә белмәҫ, ат белә.
Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен
Үҙе белмәһә лә, ил (хал(ы)ҡ) белә.

Ел елләмәй томан, ай, асылмаҫ,
Йыр йырламай күңел асылмаҫ.
Полковник Тәфтиләү түккән ҡандың
Асыуҙары тиҙ үк баҫылмаҫ.
Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.

Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта…

Фото:Һөйәнтүҙ ташы. vk.com
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: