Бөтә яңылыҡтар
Тормош һулышы
24 Ғинуар 2020, 13:28

Күп бала — күп бәхет

Ҡариҙел районынан ете бала тәрбиәләүсе Рәүфә һәм Әлфит Хәйҙәровтар быға асыҡ миҫал#детибашкириисчастье#башҡортостанбалалары

Йәмғиәттә күп бала тәрбиәләгән әсәләргә йәшәүе ауырға төшә, финанс сығымдар ҙа бер нисә тапҡырға арта кеүегерәк фекерҙәр йәшәй. Ләкин өс һәм унан күберәк балалы әсәләр, киреһенсә, бер балаға ҡарағанда күп бала тәрбиәләүҙе күпкә еңелерәккә күрә, ә ҙур ғаиләләге мөхәббәт һәм татыулыҡ бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңергә ярҙам итә, тип иҫәпләй. Хәлил ауылында йәшәүсе Рәүфә һәм Әлфит Хәйҙәровтарҙың күп балалы ғаиләһен ысын мәғәнәһендә ныҡлы, ышаныслы һәм татыу тип атарға мөмкин.
Рәүфә сығышы менән Яңы Аҡбүләктән, биш балалы ғаиләлә үҫә. Мәктәпте тамамлағандан һуң, тегенсе һөнәренә уҡып сығып, ауылда ҡала. Күрше Хәлил ауылынан Әлфит Хәйҙәров менән танышып, ғаилә ҡоралар. Рәүфә колхозда эшләй, һуңыраҡ социаль хеҙмәткәр булып урынлаша. 2007 йылда “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнә.
— Танышҡанда миңә — 18, ә Әлфиткә 20 йәш ине. Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, 1990 йылда ғаилә ҡорҙоҡ. Бына бергә йәшәүебеҙгә 30 йыл тулды. Йәш барған һайын балаларыбыҙҙың ниндәй ҙур байлыҡ икәнен нығыраҡ аңлайым һәм яҙмышыма, Аллаһы Тәғәләгә сикһеҙ рәхмәтлемен, — тип айырыуса йылылыҡ менән һөйләй күп балалы әсә.
Рәүфә Ғәҙелша ҡыҙы күп бала ҡарау ауыр түгел, тип иҫәпләй. Иң мөһиме — һәр нәмәне дөрөҫ ойошторорға һәм бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәҫкә. Етенсе баланы табырғамы тигән һорау тыуғас, Хәйҙәровтар икеһе лә бер ыңғай фекерҙә була.
Тырыш ғаилә йорт төҙөп сыға. 2011 йылда әсәлек капиталы аҡсаларын файҙаланып, тәбиғи газ үткәрәләр. Хәйҙәровтарҙың иркен өйөндә йылы һәм уңайлы. Балалар һәр ваҡыт ҡараулы, өҫ-баштары бөтөн. Әсә кешенең көнө өй мәшәҡәттәре менән үтә.
Рәүфә Ғәҙелша ҡыҙына балаларҙы тәрбиәләүҙә ире һәм яҡындары ярҙам итә. Ғаилә башлығы малайҙары һәм ҡыҙҙары өсөн бар яҡлап та өлгө. Ул мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләй.
Өлкән балалар үҫеп етеп, белем алған, яратҡан эштәре менән шөғөлләнә. Улдары Илназ Дыуан ауыл хужалығы техникумын тамамлаған, өйләнгән, Себер яҡтарында эшләй. Альберт Ҡариҙел Башҡорт ауыл хужалығы етештереү колледжын тамамлаған, Мәскәү ҡалаһында эшләй. Регина программист һөнәрен үҙләштергән, кейәүҙә, Өфөлә йәшәй. Эльвира М. Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетында 1-се курста белем ала. Линара 7- се класта уҡый. Ул өй эштәрендә әсәһенең төп ярҙамсыһы. 2-се класта уҡыусы Данир йәш ярымлыҡ Инсафты ҡараша.
Хәйҙәровтар ҙур хужалыҡ тота: һыйыр, быҙауҙар, кәзәләр, йорт ҡуяндары һәм ҡош-ҡорт аҫрай. Баҡсала күпләп еләк-емеш, йәшелсә үҫтерәләр.
Балалар үҫкәндә ике яҡлап та өләсәй-олатайҙар ҙур ярҙамсы булып тора. Ата-әсәгә эш буйынса берәй ергә барырға булһа, өләсәйҙәр әле лә бәләкәстәрҙе ҡараша.
Һәр ғаилә — ул үҙ ғөрөф-ғәҙәттәре булған ҙур донъя. Хәйҙәровтар ҙа, мәҫәлән, ҙур өҫтәл артына туғандарын һәм дуҫтарын йыйып, ғаилә байрамдарын ойоштора, тәбиғәт ҡосағында ял итә, ҡунаҡтар ҡаршыларға ярата.
Азат Рәхмәтуллин фотоһы.
Автор: Люция КАРАМОВА.
Читайте нас: